Автор урока: Фахрисламова Руфина Рашитовна

Предмет: Башкирский язык

Класс: 5

Учебник: Башкирский язык

Автор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,

Демонстративные материалы: карточки, электронная доска

Тема: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Маҡсат:яҙ темаһы буйынса уҡыусыларҙа һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү; тәбиғәтте күҙәтеү аша яҙ билдәләрен табырға өйрәтеү; тыуған яҡҡа, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһыҙландырыу: мультимедиа проекторы, ”Яҙ” темаһы буйынса карточкалар.

Дәрес барышы.

1.Артикуляцион күнегеү.

Ҡ.Даян һүҙҙәренә яҙылған”Яҙ етә” йырын башҡарыу.

2.Маҡсаттар менән таныштырыу, яҙ миҙгеле тураһында әңгәмә ойоштороу.

3. Уйын яҙ темаһына һүҙҙәр миҫалдар килтереү, ниндәй хәрефкә башланған, шул хәреф алфавиттын нисәнсе урынында.

4. а) Һорауҙарға яуап биреү:

1. Башҡорт алфавитында нисә хәреф?

2. Нисә тартынҡы?

3. Нисә һуҙынҡы?

б) 466-сы күнегеү.Уҡыусыларҙың һөйләмдәрҙе бер-бер артлы сығып таҡтаға яҙыуын ойоштороу,ҡалған уҡыусыларҙың дәфтәрҙә эшләүҙәре.

Һөҙөмтә: Ниндәй хәрефтәргә һүҙҙәр башланмай?

5 . Яҙ тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ. Был күнегеү ябай түгел, ә һеҙҙен иғтибарлылыҡты тикшереүгә юнәлтелгән.

Боҙбармаҡтар нинә илай? Текстында һүрәттәр урынына һүҙҙәр ҡуйып уҡыу .

а) Һүҙлек эше;

б) тексты сылбырлап уҡыу, тәржемә итә барыу.

Бөгөн иртүк уянды.Нурҙары күп, йылы. нурланды. йылмайышты. Ҡыйыҡтарҙан тамды. “Яҙ етте!” – тип шатланды .Йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалды. гөрләште, сырылдашты: “Рәхмәт, ! !“ Тәүге сәсәкәләр ҙә ҡыуандылар: “Рәхмәт, ҡояш! Рәхмәт боҙбармаҡтар!” шатланды: “Беҙ ендек! Беҙ ҡыш бабайҙы ендек!”

та шатлығынан нығыраҡ ҡыҙҙыра башланы. тамды. дәртлерәк һайранылар. Ләкин илай ине. (С.Әлибай.)

Һ: Боҙбармаҡтар нинә илаған?

Яҙ ин матур йәмле миҙгел. Ошо миҙгел тураһында карточкала һөйләмдәр бирелгән, шуларҙы тәртипкә һалабыҙ.

6. Карточка менән эшләү. ( Һөйләмдәрҙе тәртипкә һалыу)

Етте, яҙ, йәмле.

Ирей, ҡарҙар, аға, гөрләүектәр, тама, тамсылар.

Ҡояш, ҡыҙҙыра, нығыраҡ.

Ҡоштар, йылы яҡтан, ҡайта.

Балалар, ояһы, сыйрсыҡ, яһай.

Яҙҙын беренсе, күренә,сәскәһе, умырзая.

Һ: Һөйләмдәр ниндәй тәртиптә килә?

Яҙ темаһына бик күп һөйләнек, шуны һүрәттә сағылдырабыҙ.

7. Һөйләмдәр буйынса һүрәт төшөрөү.

а) Яҙ – йылдын тылсымлы һәм серле ваҡыты. Зәнгәр күктә ҡояш йылмая. Ағастар яны ғына япраҡ яра. Йәшел үләндән келәм ҡаплана. Һап-һары бәпембәләр ерҙе түшәй.

б) төшөрөлгән һүрәт буйынса уҡыусыларҙын һөйләмдәр төҙөүе.( Йәмле яҙ етте. Яҙғы ҡояш йылмая. Ағастар япраҡ яра.Йәшел үлән күренә. Бәпембәләр сәскә ата.)

8. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусылар, ошо миҙгел еттеме?

Бөгөн нимә тураһында һөйләштек?

Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау.

9. Өйгә эш: Яҙ миҙгеленә ингән һүҙҙәргә ребустар төҙөү.